Конкурстың Гала-концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Бейеүселәр араһында иң- иңдәре һәм иң яҡшы бейеү ҡуйыусы номинацияһы еңеүсеһе билдәләнде. Ансамблдәр араһында Гран-приҙы Учалынан «Ләйсән», Сорғот, Стәрлетамаҡ, ҡалалары һәм Шамонин ауылынан «Дарман» ансамбле бүлеште.
Быйыл хореографтар яңы бейеү ҡуйыу буйынса ярышты.
Байыҡ бейеү телевизион конкурсының географияһы Башҡортостан менән генә сикләнмәй. Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһынан, Санкт- Петербург, Сорғоттан да килгәндәр. Ижади төркөм ағзалары төрлө һөнәр эйәләре. Әммә уларҙы халҡыбыҙҙың рухи ҡимммәттәренә һөйөү берләштерә.
Һәр ижади коллективтың кейемдәре, бейеүҙәре бер-береһенән айырылып торҙо.
Хәлил Ишбирҙин иң яҡшы бейеү ҡуйыусылар араһында 100 мең һумлыҡ призға лайыҡ булды. Еңеүселәрҙең бөтәһенә лә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Гала-концертты тамашасылар Башҡортостан юлдаш телеканалында киләһе йылдың 1 ғинуарында күрә ала.