Ошо көндәрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә Алексей Дударев пьесаһы буйынса «ЭҢЕР ТӨШКӘС» спектакленең премьераһы уҙҙы.
Спектаклдең режиссеры Олег Ханов үҙе лә был спектаклдә уйнай, һәм ул Вәсил ролен башҡара. Кәримә ролендә Илсөйәр Ғәзетдинова, Гастрит — Әхәт Хөсәйенов һәм Вәсилдең улы Илгизәр — Артур Кәбиров. Ижади төркөмдә ҡуйыусы рәссам — Альберт Нестеров, композитор — Урал Иҙелбаев эшләне.
Спектаклдән һуң, тамашасы үҙ фекере һәм хис-тойғолары менән уртаҡлашты: «Спектаклдә ни бары дүрт актер ҡатнаша Һәм һәр ваҡыт сәхнәлә бер-береһен алмаштырып, уларҙың тик икеһе генә сәхнәлә уйнай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан улар хис-тойғоларҙы еренә еткереп уйнанылар. Спектаклде ябай ғына һүҙҙәр менән тасуирлап булмайҙыр…», тип үҙ уйҙары менән бүлеште тамашасы.
Премьераны ҡарарға беҙҙең дуҫтарыбыҙ, коллегаларыбыҙ, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм башҡалар килде.