13 һәм 14 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Антон Чеховтың «Ваня ағай» пьесаһы буйынса спектаклдең премьераһы уҙа. Ошо ваҡиға алдынан театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов, директоры Иршат Фәйзуллин, спектаклдең режиссеры Степан Пектеев һәм төп ролдәрҙе башҡарыусы артистар журналистар менән осрашты.
«Был проект Милли театрҙар ассоциацияһы, уның рәйесе Валерий Фокин һәм беҙҙең директор Иршат Фәйзуллин башланғысы менән ойошторолдо», – тине Айрат Абушахманов.
Айрат Әхтәм улы билдәләүенсә, спектакль быйыл уҙасаҡ мөһим ваҡиғаларҙа – Ҡазандағы Халыҡ-ара театраль Олимпиадала һәм Санкт-Петербургтағы Александрин театрының халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашасаҡ. Фестивалдә спектакль М. Шкетан исемендәге Мари милли драма театры менән берлектә башҡорт һәм мари телдәрендә күрһәтеләсәк.
Режиссер Степан Пектеев спектаклдең ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Мәҫәлән, тамашасылар залда түгел, ә сәхнәлә декорациялар араһында буласаҡ.
«Беҙ Чехов драматургияһына ғәҙәти көнкүреш күҙлегенән түгел, ә персонаждың эске донъяһынан сығып ҡарайбыҙ, – тине ҡуйыусы режиссер. – Тамашасы Чехов дәүерен тулыраҡ күҙ алдына килтерһен өсөн композитор һәм тауыш дизайнеры Евгений Роднянский кинотеатрҙағы кеүек иммерсив тауыштар яҙҙырыу өөтөндә эшләй».
Спектаклдә Нәжибәк Хафизовтың тәржемәһе файҙаланған, ул 1954 йылда Шәүрә Мортазина ҡуйған спектакль өсөн әҙерләнгән булған.
«Таныш булмаған тел менән осрашҡас, аңлайышлы һүҙҙәр табыуы ҡыйын. Эш мәлендә актерҙарҙың сырайына таянам, ә телде икенсе кимәлдә – уның моңло тулҡындары аша аңлай башланым, – тип башҡорт телендәге спектакль тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты режиссер Степан Пектеев. – Башҡорт теленең музыкаль яңғырашы һәм үҙенсәлекле фактураһы аша күңел төбөндәге ҡатмарлы кисерештәрҙе өйрәнәбеҙ, был Чеховҡа тәрәнлек өҫтәй».
Елена Андреевна ролен башҡарыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Милена Сираева спектакль өҫтөндәге эш барышын «ғәйәт ҙур тәжрибә» тип атаны.
«Беҙ тулыһынса Чеховтың ижадына сумдыҡ. Пьесаны өйрәнәбеҙ һәм образдарыбыҙҙы тулыландырған хикәйәләр уҡыйбыҙ», – тине актриса.
Ваня ағай, йәғни Иван Петрович Войницкий, ролен Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азат Вәлитов уйнай.
«Актер өсөн Чехов – ғүмерлек нигеҙ ул. Тамашасы сюжеттың үҫешен һәм артистарҙың уйынын күҙәтеп кенә ҡалмаһын, ә Чеховты өйрәнеү буйынса эҙләнеүҙәребеҙҙе лә күрһен ине, тип теләйем», – тине актер.
Мария Васильевна Войницкаяны уйнаған Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысова Антон Чеховтың ижады менән тәүге осрашыуын хәтергә төшөрҙө.
«”Өс апалы-һеңлеле” спектакле диплом эшебеҙ булды, беҙ уны ҙур сәхнәгә күсерҙек. Ул саҡта, студент йылдарында, шулай уҡ Чеховтың ижадына сумдыҡ, уның хаттарын, хикәйәләрен, пьесаларын уҡыныҡ, постановкаларын анализланыҡ... Хәҙер шул саҡтағы эҙләнеүҙәрҙе иҫкә алам һәм йәшлек йылдарына ҡайтҡандай булам, – тип уртаҡлашты Эльвира Әхтәм ҡыҙы. – Театрға заманса ҡарашы булған режиссёр Степан Пектеев менән эшләү бик ҡыуаныслы».
«Ваня ағай» спектакле төрлө мәҙәниәттәрҙе һәм телдәрҙе берләштереүсе үҙенсәлекле ваҡиға булырға һәм тамашасыларҙы Чехов донъяһына алып инергә вәғәҙәләй. Быйыл бөйөк яҙыусының тыуыуына 165 йыл тула, был ваҡиға премьераға айырым мәғәнә өҫтәй.