Өфөнән 30 йәшлек блогер Илнур Мифтахов йырсы Манижа һәм уның әсәһе Нәжибә Усмановаға бүләк әҙерләгән.
Манижа туҡтаған ҡунаҡхана алдына атҡа атланып килгән егет ҡыҙға 100 рауза, ә әсәһенә башҡорт түшелдереге бүләк итә. Манижаның әсәһе ҡыҙының продюсеры, ярамсыһы һәм кәңәшсеһе булып тора, шуға ижади уңыштар икеһенеке лә һанала.
Манижа башҡорттарҙың мәҙәнилелек, зыялылыҡ, ҡунаҡсыллыҡ кеүек һыҙаттарын үҙ иткән. Киләсәктә ошо төбәктең мәҙәниәтен өйрәнергә уйлауын белдерә ул.