Башҡорт шағирәһе Динә Талхинаның тыуыуына — 70 йыл

Башҡорт шағирәһе Динә Талхинаның тыуыуына  — 70 йыл

Башҡорт шағирәһе, 1992 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Динә Талхинаның тыуыуына 70 йыл.

Динә Азат ҡыҙы Талхина (Хафизова) Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәтәл ауылында тыуған. Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта урта белем ала.

1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1974 йылдан башлап Учалы районындағы Миндәк урта мәктәбендә инглиз теле, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәре буйынса уҡытыусы булып эшләй.

1977 йылда райондың «Серп и молот» («Ураҡ һәм сүкеш») гәзитенең бүлек мөдире була. 1981—2005 йылдарҙа Китап нәшриәтенең мөхәррире һәм бүлек мөдире.

Динә Талхина ижад юлына 80-се йылдарҙа аяҡ баҫа. Проза һәм поэзия жанрҙарында берҙәй уңышлы эшләй, тәүге китаптарын кескәйҙәргә арнай.

1989 йылда «Тылсымлы күлдәктәр» тигән беренсе китабы донъя күрә. 1997 йылда — «Йөрәгемдә йырҙар йөрөтәм», 2001 йылда — «Йөрәгем — юнысҡы» һ.б. шиғри йыйынтыҡтар сығара. «Бармаҡтарым арыны» (1992), «Күңелле әлифба» («Веселая азбука»; 1993), «Әйтергә өйрәнәбеҙ» (2007) исемле китаптары балалар өсөн яҙылған. Уның шиғриәтендә ҙур урынды мөхәббәт һәм фәлсәфәүи шиғырҙар алып тора.

Күренекле композиторҙар Рафиҡ Сәлмәнов, Салауат Низаметдинов, Руза Сәхәүетдинова һәм башҡалар Динә Талхинаның тиҫтәләгән шиғырына йырҙар яҙған. Шағирәнең әҫәрҙәре әзербайжан, рус, татар телдәренә тәржемә ителгән.

Башҡорт шағирәһе Динә Талхинаның тыуыуына  — 70 йыл

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb