15 февралдә Башҡортостан Милли музейы «Музейҙа самауырлы ритайым» сараһына саҡыра. Ул «Музейҙа матур осрашыу» йәштәр проекты сиктәрендә уҙа.
Сарала киң билдәле "Самауырлы Ритайым" командаһы менән осрашыу, музейҙың этнография залдары һәм ваҡытлыса күргәҙмәләре буйлап сәйәхәт, музей фондтарында һаҡланған бик һирәк күрһәтелгән уникаль әйберҙәр менән биҙәлгән тирмәлә фото төшөү, тәмле сәй, этник сауҙа нөктәләре һәм башҡа бик күп ваҡиғалар көтә.
Самауырлы ритайым киске 6-ла башлана.
- Үҙегеҙ менән дуҫтарығыҙҙы һәм ғаиләгеҙҙе алып килегеҙ,- тип саҡыра ойоштороусылар.