11 сентябрҙә бөтә Рәсәй буйлап "Мәҙәни шәмбе" акцияһы булып үтте. Башҡортостандың республика музейҙары ла был акцияға ихлас ҡушылды. Һәр дәүләт музейында "Асыҡ ишектәр көнө" ойошторолдо һәм Рәсәй халыҡтары телдәрендә #мәҙәнишәмбе, #уҡыусыларөсөнмәҙәниәт хештегтары менән шәхси социаль селтәрҙәрҙә һәм YouTube-каналдарында шиғри әҫәрҙәр урынлаштырылды.
БР Милли музейы мәҙәниәтебеҙгә ҡағылышлы тематик экскурсияларға иғтибар бирҙе һәм һәр килеүсегә ҡыҙыҡлы махсус саралар әҙерләнде: "Этноквест", "Халҡым-моңо", "Cулпылар сыңы" оҫталыҡ дәрестәре, "Ҡатын-ҡыҙ руль артында" оҫталыҡ дәресе лә күптәргә оҡшаны.