Башҡортостан Республикаһы 2022 йылдың беренсе конкурсында отҡан гранттар һаны буйынса алдынғы

Башҡортостан Республикаһы 2022 йылдың беренсе конкурсында отҡан гранттар һаны буйынса алдынғы

13 ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко үткәргән Координация комитеты ултырышында 2022 йылда Президент гранттарының беренсе конкурсында еңеүселәр билдәләнде.

Был юлы президент грантына илдең барлыҡ 85 төбәгенән 10 меңдән ашыу проект дәғүә итте. Конкурста 1 942 ойошма еңеүсе булды, дөйөм ярҙам суммаһы 4 миллиард 35 миллион һум тәшкил итә.

Башҡортостан Республикаһынан 74 проектҡа 75 743 874,87 һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән, шуларҙың араһында мәҙәниәт өлкәһе буйынса дөйөм суммаһы 7 320 500,14 һумлыҡ 8 грант бар. Еңелгән гранттар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, ошо проекттарға ярҙам суммаһы буйынса икенсе урында килә.

Еңеүсе проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу 2022 йылдың 1 февралендә үк башлана.

- Өсөнсө йыл рәттән республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларына ярҙам күрһәтеү өсөн 140-шар миллион һум аҡса йүнәлтәбеҙ. Былтыр гранттар күләме 30 миллионға арттырылды. 2020 йылда Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды - 126, 2021 йылда тағы 134 социаль әһәмиәтле проектҡа ярҙам күрһәтте.

Эшебеҙҙе федераль кимәлдә лайыҡлы баһаланылар. Сергей Кириенко рәйеслегендәге комиссия Башҡортостанға коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға булышлыҡ итеү өсөн 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүлде. Уларҙы беҙҙең Фонд бүләсәк. Былтыр төбәктәр араһында иң ҙур грантҡа - яҡынса 75 миллион һумға лайыҡ булдыҡ.

Мартта Фонд республика конкурсына ғаризалар ҡабул итә башлаясаҡ. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың республика кимәлендә грант ярҙамын алыу мөмкинлеге буласаҡ, - тип яҙҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Инстаграмдағы сәхифәһендә.

Гранттар конкурсында еңеүселәрҙең береһе - "Башҡортостан Республикаһының драматургия һәм режиссура үҙәгенең” "Мин нимә тураһында өндәшмәйем" проекты. Гранттың суммаһы - 1 182.000 һум.

«Нимә тураһында өндәшмәйем» проекты үҫмерҙәр өсөн «Драмквадрат» белем биреү лабораторияһына психологик, социаль һәм театр технологияларын индереүгә нигеҙләнгән. Тәүге йылда проект Өфөнөң 4 мәктәбендә тормошҡа ашырыласаҡ. Проектта ҡатнашыу өсөн мәктәптә психологик баҫымға дусар булған 7-8 класс уҡыусылары саҡырыла. Үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн консультациялар, шәхси белем биреү һәм драматургия оҫтаханаһы процесына йәлеп итеү эше ойоштороласаҡ. Проект үҫмерҙәр психотерапевты һәм шеф-драматург етәкселегендә, социаль педагог-психолог, театр педагогтары, режиссер менән дәрестәрҙе үҙ эсенә ала.

Шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә гранттар алдылар: Башҡортостан Китапханалар ассоциацияһы - «УҠЫ-365 уҡыу һәм белем биреү фестиваль-марафоны» проектына (1500000 һум), "Бөрө ҡумтаһы" социаль туризмды үҫтереү үҙәге – Кума ҡурсаҡтары интерактив музейына (348 мең һум), "Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы "Милли биҙәк" " этно-оҫтаханаһы (500 мең һум) проектына.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың (тәү сиратта Рәсәй кимәлендәге конкурста еңмәгәндәрҙең) төбәк кимәлендә ресурстар алыу мөмкинлеге буласаҡ, был маҡсатты бойомға ашырыу өсөн 2 миллиард йүнәлтергә тигән ҡарар ултырышта ҡабул ителде.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаны https://grant.bashkortostan.ru порталы аша ебәрергә кәрәк.

1 февралдә иһә 2022 йылдың икенсе конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башлай. Уның тураһында положение шулай уҡ Координация комитеты ултырышында ҡабул ителде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb