Бөгөн Өфөлә Башҡортостан яҙыусылар союзы съезы барышында бер төркөм яҙыусылар бүләкләнде. Маҡтаулы исемдәрҙе Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеменә Әмир Әминев, Флүр Ғәлимов, Ринат Камал, Камил Йыһаншиндар лайыҡ булды. Яҙыусы, шағирә, публицист, тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡоваға Башҡортостандың халыҡ шағирәһе исеме тапшырылды.
Ҡалған бүләкләнеүселәрҙең исемлеге менән ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-nagradili-pisatelej-i-poetov-bashkortostana .