К.Ә. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған «Фольклор: инештән алып бөгөнгәсә» фольклор ижадын һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса төбәк асыҡ ғилми-ғәмәли онлайн-семинар уҙҙы.
Конференция-семинарҙа 40-тан ашыу кеше – республиканың мәҙәниәт өлкәһендәге һөнәри белем биреү ойошмалары етәкселәре, педагогтары һәм студенттары ҡатнашты, шуларҙың 16-һы доклад менән сығыш яһаны.
К.Ә. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы, «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе, «Ағинәйҙәр ҡоро» йәмәғәт ойошмалары етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллинаның «Аҡһаҡ ҡола» башҡорт халыҡ эпосының перспективалы төрҙәре» темаһына доклады айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Конференция-семинар программаһында фото һәм видеопрезентациялар күрһәтелде, халыҡ художество ижадын һаҡлау һәм тапшырыу ысулы булараҡ этнохудожестволы белем биреү мәсьәләләре ҡаралды, шулай уҡ Иван Купала көнөн билдәләгәндә славян халыҡ ижадын файҙаланыу буйынса методик тәҡдимдәр яңғыраны.
Семинар Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының, Мәҙәниәт министрлығының мәғариф буйынса республика уҡыу-методик үҙәгенең һәм К.Ә. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының төп саралар планына ярашлы ойошторолдо.