Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған сайт «Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан Башҡортостан Башлығы грантына булдырылған, проектты тормошҡа ашырыуҙа Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам иткән.
https://ramigaripov.ru/ сайтында башҡорт классигының ижади мираҫын күҙаллана. Унда шағирҙың классиктың тәржемәләре, ҡулъяҙмалары, гәзит мәҡәләләре һәм һүрәттәре, замандаштарының хаттары һәм уның хаҡында иҫтәлектәр урын аласаҡ.
Сайт материалдары шағирҙың ижади биографияһына күп яҡлап асыҡлыҡ индерә. Мәҫәлән, Рәми Ғариповтың матбуғатта баҫылған тәүге әҫәре булып 1950 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында сыҡҡан «Ленин» шиғыры иҫәпләнә ине. Сайтты төҙөүселәр иһә авторҙары 1949 йылда «Ҡыҙыл Башкортостан» гәзитендә баҫылған тәүге яҙмаһын таба, йәш шағир унда осоусы булырға теләүе хаҡында бәйән итә.
Сайтта шағирҙың бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған материалдары донъя күрәсәк. Улар араһында – Рәми Ғарипов тәржемәһендә Иван Франконың хикәйәләре, быға тиклем улар өлөшләтә генә баҫылған.
Ресурс бар, әммә уны тулыландырыу өҫтөндә эш дауам итә.
Сайттың баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатованың әйтеүенсә, сайттың эшләй башлауы - Рәми Ғариповтың исемен мәңгеләштереү буйынса дөйөм эшмәкәрлектең башы ғына.
- 1977 йылда, классиктың вафатынан һуң, Башҡортостан Яҙыусылар союзының шағирҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса комиссияһы Рәми Ғарипов тураһында мәғлүмәт йыйыу тураһында иғлан баҫтырып сығара. Улар фотографиялар, телеграммалар, хаттар, открыткалар, ҡулъяҙмалар – дуҫтарында, таныштарында, туғандарында һаҡланырлыҡ бөтә нәмәне ебәреүҙәрен һораған. Был иғлан бөгөн дә актуаль. Синыфташтарының һәм төркөмдәштәренең ғаилә альбомдарында уның менән уртаҡ фотолар булыуы ихтимал. Бәлки, ул кемгәлер үҙенең фотоһүрәтен бүләк иткәндер йәки хаттар яҙғандыр. Өҫтәүенә, шағирҙарҙың үҙ шиғырҙарын тыуған ерендә ҡалдырыу ғәҙәте бар. Мәҫәлән, Шәйехзада Бабичтың ижады тарихи Башҡортостан буйлап йыйылды, - тип һөйләй Гөлсәсәк Саламатова.