Башҡортостанда Назар Нәжмиҙең 105 йыллығына арналған фестиваль-конкурс уҙғарыла

Башҡортостанда Назар Нәжмиҙең 105 йыллығына арналған фестиваль-конкурс уҙғарыла

3 февралдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми исемендәге «Осоу өсөн ҡанаттар бар» шиғриәт фестиваль-конкурсы уҙа. Шағирҙың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған сара уның тыуған төйәге Дүртөйлөлә ойошторола.

Конкурста ҡатнашыуға авторҙар саҡырыла, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Теләгән темаға рус, башҡорт, татар телдәрендә яңы, шулай уҡ быға тиклем баҫылған әҫәрҙәр ҡабул ителә. Эштәрҙе 17 ғинуарҙан 1 февралгә саҡлы электрон почтаға (Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра..) ебәрергә кәрәк.

Авторҙарҙың әҫәрҙәрен тыңлау 3 февралдә Үҙәк район китапханаһында уҙғарыла. Адресы: Рәзил Мусин урамы, 72.

Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Фестиваль-конкурс программаһы концерт һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү менән тамамланасаҡ. Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы Дүртөйлө ҡалаһы, Ленин урамы, 7 адресы буйынса Мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Сара киске сәғәт 7-лә башлана.

Һәр ҡатнашыусы грамота, ә конкурс еңеүселәре дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнәсәк. Конкурс еңеүселәренең әҫәрҙәре социаль селтәрҙә баҫылып сығасаҡ һәм район, республика баҫмалары биттәрендә баҫтырырға тәҡдим ителәсәк.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34787) 22409, 8 917 734 89 36. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb