19 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла.
Сара сиктәрендә студенттар Милли китапхана бүлектәре һәм фондтары менән танышасаҡ, электрон һәм традицион каталогтарҙа, шулай уҡ һанлы белем биреү ресурстарында мәғлүмәт эҙләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ, китапхана-ара абонемент хеҙмәтенең эше һәм документтарҙы электрон әйләнеше тураһында беләсәк. Килгән ҡунаҡтар өсөн һирәк осрай торған һәм ҡулъяҙма матбуғат күргәҙмәһе ойошторолған.
Акция 24 сентябргә тиклем дауам итә.
Һорауҙар буйынса (347) 287-13-10 телефоны аша мөрәжәғәт итергә.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4.
Үткәреү ваҡыты: иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем.