Музыкаль-шиғри кисә 31 ғинуарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте.
Сәйҙә Ильясова – үҙенсәлекле яҙмышлы талант эйәһе. Мәҡтәпте тамамлағас, биологка уҡып сыға, әммә һөнәре буйынса эшләп тормай, йырсы булырға ҡарар итә. Өфө дәүләт сәнғәт институтына “Халыҡ йыры” белгеслеге буйынса уҡыуға инә. Уны тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡырыла. Ул саҡта Сәйҙә Ильясоваға 33 йәш була. Бер аҙҙан Мәскәүҙә Сәнғәт, мәҙәниәт һәм туризм хеҙмәткәрҙәрен ҡайтанан әҙерләү академияһында режиссёрлыҡҡа уҡый.
Теүәл бер йыл элек Сәйҙә Ильясова концертында « Ғүмерҙең йәмле сағы» йыйынтығының исем туйын үткәргәйне. Унда Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов, Ҡәҙим Аралбаев, Нияз Сәлимов һәм башҡа башҡорт шағирҙарының һүҙҙәренә үҙе ижад иткән йырҙар ингән. Сәйҙә Ильясованың йыр ижадында атаһының – башҡорт шағиры, ҡурайсы Ғәли Ильясовтың һәм үҙенең шиғырҙары айырым урын биләй.
Кисәге концертында иһә Сәйҙә Ғәли ҡыҙы шағир булараҡ асылды. Ул ата-әсәләргә, балаларға, Ватанға, тормошҡа ҡарата һөйөүгә, ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет араһындағы мөнәсәбәттәргә арналған шиғырҙары һәм йырҙары аша күңелендә йыйылып килгән һәм өлгөрөп еткән уй-фекерҙәрен еткерҙе.
Тамашасылар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Виктория Симонова ла бар ине. Ул Сәйҙә Ильясованы универсаль артистка тип атаны.
- Сәйҙә Ильясованың йыр сәнғәтендә үҙ урыны бар. Уның ижады сағыу һәм күп яҡлы – репертуарын халыҡ йырҙары, классик әҫәрҙәр, автор композициялары, эстрада йырҙары тәшкил итә. Беҙ уны ижады өсөн генә түгел, ә тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашыуы өсөн дә хөрмәт итәбеҙ. Сәйҙә Ғәли ҡыҙы, төп эшенә тыш, һәр төрлө конкурста жюри ағзаһы булараҡ ҡатнаша, оҫталыҡ дәрестәре бирә. Ул тормошон туған мәҙәниәтен танытыуға бағышлай һәм быны эскерһеҙ ҡәнәғәтлек менән башҡара, - тип билдәләне музыка белгесе.
Программала Башҡортостандың халыҡ артисы Рушан Биктимеров, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Артур Шәрипов, Илшат Ишморатов, Евгения Цыпина, Рәмил Мостафин, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Илдар Абдуллин, Алиса Йомағәлиева, Венер Сәйфетдинов, Аурика Уршеева (саксофон), балет артистары Рөстәм Ғәндәлипов, Татьяна Мутафи, Розалина Йәғәфәрова, Камила Бүкәнбаева ҡатнашты. Шулай уҡ Сәйҙә Ильясова ҡыҙҙары Дилбәр һәм Ғәлиә Фәйзиевалар менән бергә сығыш яһай.
Концертты Данил Ғофранов һәм Зилиә Сәфиуллина алып барҙы.
Сценарий авторы – Оксана Иванова.
Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина.