Башҡортостандың халыҡ артисы Сәйҙә Ильясова «Мөхәббәт» тигән концертына саҡыра

Башҡортостандың халыҡ артисы Сәйҙә Ильясова «Мөхәббәт» тигән концертына саҡыра

Бөгөн, 31 ғинуарҙа, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында Башҡортостандың халыҡ артисы Сәйҙә Ильясова «Мөхәббәт" исемле программаһы менән таныштыра. Концерт рус телендә барасаҡ.

Билдәле йырсы бынан алдағы концертында « Ғүмерҙең йәмле сағы» йыйынтығының исем туйын үткәргәне. Унда Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов, Ҡәҙим Аралбаев, Нияз Сәлимов һәм башҡа башҡорт шағирҙарының һүҙҙәренә үҙе ижад иткән йырҙар ингән. Сәйҙә Ильясованың йыр ижадында атаһының – башҡорт шағиры, ҡурайсы Ғәли Ильясовтың һәм үҙенең шиғырҙары айырым урын биләй.

Артистың һүҙҙәренсә, «Мөхәббәт» исемле яңы программала шулай уҡ уның шиғырҙары һәм йырҙары яңғыраясаҡ.

- Беҙҙең был донъялағы йәшәйешебеҙ, осрашыуҙар һәм хушлашыуҙар, хыянат һәм ышаныс, өмөтһөҙлөк һәм өмөт, йәшәү дәрте уятҡан йыр, ижад итеү теләге тураһында уйҙарым менән уртаҡлашыр ваҡыттың еткәнен тоям. Концерт тамашасылар йөрәгенә яҡтылыҡ һәм ышаныс өҫтәһен тип теләйем, - тине Сәйҙә Ильясова “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” порталына.

Программала Сәйҙә Ильясованың автор йырҙары һәм шиғырҙары, танылған шағирҙарҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ. Уларҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Рушан Биктимеров, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Артур Шәрипов, Илшат Ишморатов, Евгения Цыпина, Рәмил Мостафин, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Илдар Абдуллин, Алиса Йомағәлиева, Венер Сәйфетдинов, Аурика Уршеева (саксофон) башҡара. Кисәне балет артистары Рөстәм Ғәндәлипов, Татьяна Мутафи, Розалина Йәғәфәрова, Камила Бүкәнбаева биҙәйәсәк. Шулай уҡ Сәйҙә Ильясова ҡыҙҙары Дилбәр һәм Ғәлиә Фәйзиевалар менән сығыш яһай.

Концертты Данил Ғофранов һәм Зилиә Сәфиуллина алып бара.

Сценарий авторы – Оксана Иванова.

Режиссеры-Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина.

Тамаша киске сәғәт 7-лә башлана.

Билеттар филармония кассаһында һәм сайтында: https://bashgf.ru/afisha/event/sajda-iljasova/.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb