Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары тәғәйенләнде

Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары тәғәйенләнде

Илнур Мөхйәнов Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул Мәҙәниәт министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек мәсьәләләре өсөн яуап бирә. Быға тиклем ошо вазифала Рәнис Алтынбаев эшләне.

Илнур Мөхйәнов 1988 йылдың 4 декабрендә Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 2008 йылда Башҡорт дәүләт университетында хәүефһеҙлек хеҙмәтенең оператив дежурныйы һәм Башҡорт дәүләт филармонияһында яҡтыртыу технигы булып башлай. Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының сит ил граждандарын ваҡытлыса йәшәтеү өсөн махсус учреждение администраторы була.

2015-2017 йылдарҙа – Ишембай районы Маҡар ауыл советы биләмәһе башлығы, 2017-2018 йылдарҙа – Ишембай районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе. 2018-2019 йылдарҙа – Ишембай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.

2019-2022 йылдарҙа – Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы урындағы үҙидара органдары менән эшләү бүлегене баш кәңәшсеһе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb