Шаршамбы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина һәм Өфө театрҙары, Башҡорт филармонияһы директорҙары ҡатнашлығында брифинг уҙҙы.
Брифингта хәбәр итеүҙәренсә, республикала эпидемиологик хәлдең көсөргәнешле булыуына бәйле Мәҙәниәт министрлығы яңы коронавирус инфекцияһының таралыу хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән хәүефһеҙлек сараларын көсәйтә.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы бойороғона ярашлы, 27 сентябрҙән театр-концерт берләшмәләренә инеү өсөн вакцинация үтеүҙе раҫлаған QR-код йәки һуңғы алты айҙа сирләү тураһында белешмә, йә иһә медицина ойошмаһынан коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға ярамауы хаҡында белешмә кәрәк.
Талап ителгән документтарҙы күрһәтеү мөмкинлеге булмаһа, һатып алған билеттарҙы кире тапшырырға мөмкин.
Шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу (битлек кейеү), учреждениеларға ингәндә тән температураһын үлсәү һәм социаль арауыҡты һаҡлау мотлаҡ.
«Мәҙәни тормош бет ҙә туҡтамай. Театрҙар һәм концерт ойошмалары тамашасыны яңы премьералар менән ҡыуандырырға йыйына, Өфө Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендәге ҙур ваҡиғаларҙы ҡабул итәсәк. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүен һорайбыҙ. Әлеге саралар инфекцияның таралыуын туҡтатыуға йүнәлтелгән»,— тине БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, брифингты йомғаҡлап.