Башҡортостандың милли симфоник оркестры 30 йыллығын туйланы

Башҡортостандың милли симфоник оркестры 30 йыллығын туйланы

26 майҙа "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһы милли симфоник оркестрының 30-йыллығына арналған фестивалде ябыу тантанаһы уҙҙы.

Байрам кисәһе Вольфганг Амадей Моцарттың «Фигаро туйы» операһына увертюра менән асылды.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Баҙранов оркестр коллективын Башҡортостан Республикаһы етәкселеге исеменән юбилейы менән ҡотланы.

“Башҡортостандың милли симфоник оркестры— бөтә республиканың оло ғорурлығы һәм, минеңсә, Рәсәй мәҙәниәтенең ынйыһы, сөнки оркестр башҡарған репертуарҙы башҡа бер кем дә башҡармай, шуға ла улар уникаль һәм ҡиммәтле һәм шуның менән республика халыҡтарының, Башҡортостандың юғары мәҙәниәтен данлай», — тине Азат Шамил улы  һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттерҙе.

Артабан коллектив артистарын бүләкләү тантанаһы үтте. Оркестрҙың генераль директоры Артур Нәзиуллин һәм музыканттар Айгөл Моратова менән Илһам Мөслимов “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем Светлана Алексеева, Марат Вәлиев, Татьяна Давыдова, Зәкир Ласынов һәм Әлмирә Хөсәйеноваға бирелде.

Оркестрҙың баш дирижёры Дмитрий Крюков, оркестранттар Заря Садыкова һәм Владимир Семин Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән коллективҡа туристик автобус асҡысы тапшырылды.

Кисәне Вольфганг Амадей Моцарттың A-dur оркестры менән кларнет өсөн концерты дауам итте, Башҡортостандың халыҡ артисы, оркестрҙың генераль директоры Артур Нәзиуллин солист булараҡ сығыш яһаны.

Юбилей кисәһе аҙағында оркестрға Радий Хәбировтан бер кәрзин сәскә тапшырҙылар.

Башҡортостандың милли симфоник оркестры 30 йыллығын туйланы
Башҡортостандың милли симфоник оркестры 30 йыллығын туйланы
Башҡортостандың милли симфоник оркестры 30 йыллығын туйланы
Башҡортостандың милли симфоник оркестры 30 йыллығын туйланы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb