Бөгөн Өфөлә «AРTылышFEST» республика театр фестивале башланды. Ижади форум М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында асылды. Фестиваль тамашасыһына театрҙа уйналған иң сағыу спектаклдәрҙең береһе – «Башҡорт туйы»нан өҙөк күрһәтелде. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар.
Тантаналы саранан һуң тамашасыларҙы кесе залға саҡырҙылар. Фестивалдә ҡатнашыусыларға тәбрикләү телмәре менән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов мөрәжәғәт итте.
«Бөгөн бер юлы ике сәхнәлә «AРTылышFEST» республика фестивале асыла. Ошо һигеҙ көн эсендә республиканың 12 театры 13 спектакль күрһәтәсәк. Тамашасылар һис шикһеҙ ҡәнәғәтлек алыр тип ышанам. Барлыҡ коллективтарға ла уңышлы сығыштар, һөҙөмтәле аралашыу һәм иң яҡшы тәнҡитселәрҙән юғары баһа теләйем. Был фестиваль һәр йыл үткәрелер тип өмөт итәм», - тине Илнур Илдар улы.
«AРTылышFEST» бер юлы ике спектакль менән асылды. М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры фестиваль тамашасылары хөкөмөнә Евгений Гришковецтың пьесаһы буйынса «Планета» спектаклен тәҡдим итте, ә БР Рус дәүләт академия драма теарты Александр Вампиловтың «Өлкән улы» спектаклен күрһәтте.
Ижади форумда Башҡортостандың төп театрҙарының иң яҡшы постановкалары тәҡдим ителәсәк. Фестивалдә Өфөнән, Салауаттан, Стәрлетамаҡтан, Сибайҙан, Туймазынан 12 профессиональ театр ҡатнаша.
Фестиваль барышында «Башҡортостан театрҙары: үҫеш юлдары» түңәрәк өҫтәле һәм «Заманса театр процесында актерҙың роле өҫтөндә эш» тигән оҫталыҡ дәресе ойошторола. Оҫталыҡ дәресен Дәүләт театр сәнғәте институтының (ГИТИС) актерлыҡ факультеты уҡытыусыһы Татьяна Морозова алып бара.
«AРTылышFEST» фестивалендә Мәскәү һәм Өфө белгестәренән торған эксперт советы эшләй: «Театральная афиша столицы»» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, сәнғәт фәндәре кандидаты Ольга Романцова; театр һәм кино актрисаһы, режиссер, ГИТИС-тың актер оҫталығы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, Мәскәү дәүләт университеты Юғары телевидение мәктәбе факультетының театр лабораторияһы мөдире Татьяна Морозова; шулай уҡ Өфөнән театр тәнҡитсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Динә Дәүләтшина, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт тарихы һәм теорияһы кафедраһы мөдире, доцент Айһылыу Сәғитова.