– Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте исеменән һәм шәхсән үҙемдән Һеҙҙе Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы батыр яугирҙарға рухи ярҙам йөҙөнән үткәрелгән «Хәрби бейеклек» республика автор патриотик йырҙар фестивалендә сәләмләйем.
Бер аҙ тәнәфестән һуң был фестиваль йәнә ҡунаҡтарҙы ҡабул итә. Тәү сиратта, ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә беҙҙе бергә йыйырға мөмкинлек биргән был сараның мөһимлеген билдәләргә кәрәк. Бөгөн, илебеҙ Көнбайыш яғынан агрессия шарттарында заманса нацизмға ҡаршы көрәш алып барғанда, беҙ һеҙҙең менән берләшергә һәм күп михнәт кисергән Донбасҡа теләктәшлек күрһәтергә, ошо ауыр минутта уларға ярҙам ҡулы һуҙырға тейешбеҙ, сөнки беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ,– тине Ирек Сәғитов.