Республика театрҙарында әлегәсә бындай төр социаль теманың күтәрелгәне булмаған. Спектакль-терапия жанрындағы пьеса авторы менән ҡуйыусы режиссер ҙа аутизм менән сирле ҡыҙ тәрбиәләй.
Спектакль геройҙары араһында, Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Шотландия һәм Ҡаҙағстан илдәрендә йәшәүсе ғаиләләр бар. Ҡуйыусы-режиссер Илшат Мөхөтдинов тамашаны ток-шоу форматында сәхнәләштергән.
Тамашасыларҙың һорауы буйынса, премьера спектаклен 14 декабрҙә ҡабаттан күрһәтәсәктәр.