Башдрамтеатр йәйге ялдан һуң эш башланы

Башдрамтеатр йәйге ялдан һуң эш башланы

17 август Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында йәйге ялдан һуң йыйылыш булып үтте. Бер-береһен һағынып өлгөргән артистар кем нисек һәм ҡайҙа ял иткәнен һорашты, тәьҫораттары менән ихлас бүлеште. 

Уҙған театр миҙгеле ваҡиғаларға бай булды. Алдағылары ла бик сағыу булырға вәғәҙә итә. Артистарҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе театр директоры Иршат Фәйзуллин һәм баш режиссер Айрат Абушахманов сәләмләне.

Театр директоры Иршат Фәйзуллин яңы ижад миҙгеленең пландары, үтәсәк ҙур гастролдәре тураһында һөйләне. «Быйылғы ярты йыллыҡтың пландарын үтәнек, алдағыһын да матур итеп үтергә яҙһын», – тине. Быйылғы миҙгелдә Ырымбур, Силәбе өлкәләренә, Ҡаҙанға гастролдәр көтөлә. Ноябрҙә үҙебеҙҙең сәхнәлә Камал театрын ҡабул итәбеҙ, тине Иршат Ишбулат улы.

Баш режиссер Айрат Абушахманов төрлө сараларҙы үткәреү өсөн әҙерлектәр барыуы тураһында бәйән итте: алда – премьералар, юбилей кисәләре һәм башҡа матур сағыу саралар… Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артистары, С.Юлаев Дәүләт премияһы лауреаттары Фидан Ғафаров һәм Нурия Ирсаеваның юбилей кисәләре көтөлә.

Шул уҡ көндә режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев Хәбибулла Ибраһимовтың “Еҙнәкәй” спектален әҙерләй башланы. Шулай уҡ тағы премьера көтөлә, ул да булһа Кәрим Хәкимов хаҡында “Ҡыҙыл Паша” спектаклен Айрат Әхтәм улы үҙе сәхнәгә сығара. Йәш артистар менән режиссер Рима Харисова вербатим жанрында яңы спектакль ҡуйыр. Оҙаҡламай репетициялар һәм тренингтар башланасаҡ.

Яңы миҙгелде тантаналы асыу алдынан коллектив театрҙы һағынған тамашасыларға сентябрҙә үк ишектәрҙе асасаҡ. Билеттарҙы шулай уҡ театрҙың сайтында онлайн алырға мөмкин https://bashdram.ru/afisha/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb