Ошо көндәрҙә «Онегин» VII Милли опера премияһы эксперттары номинанттарҙың ҡыҫҡа исемлеген күрһәтте. Уға Башҡорт опера һәм балет театрының ике артисы: Эльвина Әхмәтханова һәм Илһам Вәлиев ингән, тип хәбәр итә театрҙың матбуғат хеҙмәте.
«Опера Оскары» тип йөрөтөлгән «Онегин» премияһы 2016 йылдан алып бөтә Рәсәйҙең опера йырсыларына, режиссёрҙарына, дирижёрҙарына, театр директорҙарына тапшырыла. Тантанала донъяның иң сағыу опера йондоҙҙары ҡатнаша.
Быйыл шөһрәтле бүләкте алыуға 103 ғариза бирелгән, эксперт советы уларҙың 27-һен һайлап алған. Ҡыҫҡа исемлеккә Эльвина Әхмәтханова «Дебют» номинацияһында (Джакомо Пуччиниҙың «Виллисы» операһында Анна партияһы) һәм Илһам Вәлиев «Сәхнә оҫтаһы» номинацияһында (Пьетро Масканьиның «Сельская честь» операһында Туридду партияһы) ингән. Был бер актлы операларҙы Илмар Әлмөхәмәтов Башоперала былтыр декабрь айында ҡуйҙы.
«Онегин» премияһын тапшырыу тантанаһы 20 ноябрҙә Мариин театрының тарихи сәхнәһендә уҙасаҡ.