Башҡорт академия драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле «Алтын битлек» фестивале сиктәрендә күрһәтеләсәк

Башҡорт академия драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле «Алтын битлек» фестивале сиктәрендә күрһәтеләсәк

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 8 сентябрҙә Новокуйбышевск ҡалаһында «Алтын битлек» театр фестивале сиктәрендә «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен күрһәтә. Новокуйбышевск ҡалаһындағы фестиваль РФ Мәҙәниәт министрлығы, Президент гранттары фонды ярҙамында ойошторола һәм был ҡалала өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Фестивалдә Башҡорт драма театры менән бер рәттән, Мәскәү һәм Санкт-Петербург театрҙарының сығыштары көтөлә.

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле 2019 йылда «Алтын битлек» премияһының алты номинацияһына дәғүә итте: «Иң яҡшы ҙур формалы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше», «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Иң яҡшы рәссам эше», «Иң яҡшы костюм буйынса рәссам эше», «Иң яҡшы яҡтыртыу буйынса рәссам эше». «Алтын битлек»тең драма һәм ҡурсаҡ театрҙары жюрийының Беренсе махсус призы — «Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» романын сәхнәлә уҡыған өсөн» номинацияһында еңеү яуланы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb