4 һәм 5 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ҙур залында Ризаитдин Фәхретдиновтың ”Әсмә йә Енәйәт һәм яза" әҫәре буйынса спектаклдең премьераһы үтә. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры - Зиннур Сөләймәнов, инсценировка авторы - Шәүрә Шәкүрова, ҡуйыусы рәссамы - Рөстәм Баймөхәмәтов, костюмдар буйынса рәссам - Наталья Степанова, хореография - Алина Мостаева, яҡтыртыу буйынса рәссам - Светлана Насонова.
Ризаитдин Фәхретдинов Рәсәйҙең иң күренекле эшмәкәрҙәренең береһе. Ул тарихсы, педагог-мәғрифәтсе, шәрҡиәтсе, ғалим-энциклопедист, бик күп хикәйәләр һәм повестар авторы, дин әһеле булараҡ билдәле. Уның бик күп әҫәрҙәре бар. Уҡыусыларға бәләкәй генә бер өлөшө билдәле, ҡалғандары ҡулъяҙма рәүешендә йәки ғәрәп графикаһында баҫылған. Ризаитдин Фәхретдиновтың “Әсмә йәки Енәйәт һәм яза” повесының инеш өлөшөндә әҫәр башҡорттар тураһында, персонаждар боронғо һәм бай тарихлы башҡорт халҡы араһынан алынған тип яҙа. Повесть Шарлотта Бронтеның «Джейн Эйр» әҫәренә яҡын. Ауырлыҡтар кисергән Әсмә ҡасып үҙ исемен алмаштырырға мәжбүр, финалда үҙ атаһын таба һәм һөйгәнен ҡаршылай. Повестың төп фекере шунда: милләтте үҫтереү өсөн тормоштоң бөтә ҡаршылыҡтарын еңгән Әсмә кеүек тәрбиәле, белемле, ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙар кәрәк. Йәш Әсмәнең образы совет заманы прозаһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының холоҡ-фиғелен формалаштырыу өсөн нигеҙ булып ҡабул ителәсәк һәм артабан А. Таһировтың “Кәмһетелгәндәр”, М. Ғафуриҙың “Тыуған балалар”, “Зәйнәбтең түҙемлеге бөттө” әҫәрҙәрендә тауыш табасаҡ.
Спектаклдә театрҙың алдынғы сәхнә оҫталары һәм йәштәр ҡатнаша. Төп ролдә - З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусы Айым Сөләймәнова һәм М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһының сығарылыш студенты Сабина Кирәева.
Спектаклдәр 4 мартта - киске сәғәт 7-лә, 5 мартта киске 6-ла башлана.