М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры "Осҡон осто, янғын сыҡты" исемле фәһемле әкиәт тәҡдим итә.
Әкиәттең авторы – Әнгизә Ишбулдина, режиссер – Фирғәт Ғарипов, ҡуйыусы рәссам - Сулпан Азаматова, яҡтыртыу буйынса рәссам - Рушан Фәйзуллин, композитор – Урал Иҙелбаев, хореограф - Алина Мостаева.
Ни сәбәпле янғын килеп сығыуын һәм уны булдырмау өсөн нимә эшләргә, балаларға янғындан һаҡланыу саралары, янғынды нисек һүндереү алымдары әкиәт геройҙары аша аңлатыла. Был тамашаны һәр балаға күрһәтергә кәрәк. Хәүефһеҙлек мәсьәләһе бик етди һәм яуаплы.
Премьера 27 майҙа -12:00, 2 июнь - 10:30, 7 июнь 10:30 сәғәттә сәхнәләштерелә. Билеттар театр кассаһында.