Тамашасы һорауы буйынса күренекле дипломант, тәүге башҡорт консулы Кәрим Хәкимов тураһындағы пьеса йәнә театр репертуарына индерелде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының өр-яңы составтағы премьераһы Бишбүләк районында үтте.
Кәрим Хәкимовтың тыуған яғында ул ике көн күрһәтелде. Нәжиб Асанбаевтың легендар пьесаһы тәүге тапҡыр ошо театрҙа 40 йыл элек сәхнәләштерелгән булған. Әле ул бөгөнгө көнгә яраҡлаштырылып, архив материалдарға таянып ижад ителгән. Режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштергән «Ҡыҙыл Паша» Өфөлә 3 февралдә ҡуйыласаҡ.