Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ырымбур драма театры гастролдәре башлана

Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ырымбур драма театры гастролдәре башлана

Бөгөн, 9 сентябрҙә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрының үтәсәк гастролдәренә арналған пресс-конференция уҙҙы.

«Өфөлә үткән гастролдәрҙе һәр саҡ тулҡынланып көтәбеҙ. Сөнки ул спектаклдәр уйнау ғына түгел, ә күптәнге дуҫтар, таныш яратҡан тамашасылар, элек бергә уйнаған сәхнә партнерҙары менән осрашыу. Өфө тамашасыһы алдында Ырымбур театрының ниндәй кимәлдә икәнлеген дә күрһәтеү. Беҙ һеҙгә йыл да иң яҡшы спектаклдәрҙе килтерәбеҙ, быйыл да гастролдәр репертуарында театрҙың визит карточкаһы булған тамашалар», — тине Рифҡәт Исрафилов.

«Минең ижади юлым тап Башдрамтеатрҙа башланды. Сәнғәт институтының өсөнсө курсында уҡыған саҡта ошо сәхнәлә «Башҡорт туйы» спектаклендә сығыш яһағайным», — тип хәтирәләре менән бүлеште Борис Круглов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 сентябрҙән 12 сентябргә тиклем театр сәхнәһендә М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театры «Ҙур гастролдәр» Федераль программаҺы сиктәрендә гастролдәрен ойоштора. Афишала һуңғы йылдарҙағы өлкә, төбәк-ара һәм федераль кимәлдәге наградалар менән бүләкләнгән иң яҡшы спектаклдәре күрһәтелә.

Гастролдәр А.С.Пушкиндың “Капитанская дочка” спектакле менән асыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb