Башҡорт дәүләт академия драмы театры аутизм сирле балалар хаҡында спектакль әҙерләй

Башҡорт дәүләт академия драмы театры аутизм сирле балалар хаҡында спектакль әҙерләй

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драмы театры яңы спектакль әҙерләй. Йәш режиссер Илшат Мөхөтдинов Виктория Емелеваның “РАС-сказы” документаль пьесаһын сәхнәләштерә. Ул аутистик спектры боҙолған балаларҙың ата-әсәләре һәм был хәлде ҡабул итеү тәжрибәһе тураһында.

Республика театры версияһын булдырыу өсөн автор башҡорт ғаиләләре менән аралашҡан.

Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров спектаклдә төп ролде башҡара.

“Аутизм сирле балалар тураһында күптәр бер нимә лә белмәй. Беҙҙең маҡсат - эргәбеҙҙә ошондай кешеләр барлығы хаҡында белдереү”, - ти актер.

Спектакль рус һәм башҡорт телдәрендә ҡуйыла. Премьера 2, 3 декабргә билдәләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb