Башҡорт дәүләт драма театрында Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһе үтәсәк

Башҡорт дәүләт драма театрында Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһе үтәсәк

21 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында актер, драматург һәм педагог Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһе үтәсәк.

“Йондоҙҙар төнөн һөйләшә...“ тип аталған хәтер кисәһе Илшат Хәлил улының тормош һәм ижад юлына бағышлана. Кисәлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт театры коллективтары ҡатнашасаҡ. Актерҙар башҡарыуында уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, ул ижад иткән драма әҫәрҙәренән, шулай уҡ “Бейеш”, “Башватҡыс” фильмдарынан өҙөктәр күрһәтеләсәк.

Илшат Хәлил улы Йомағоловтың башҡорт милли сәнғәтен, драматургияһын үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күңелен, рухи донъяһын сәхнә тормошона арнап, сәнғәт күгендә сағыу шәхес булып танылған драматург һәм актер Илшат Йомағолов үткер ҡәләме аша ла, башҡарған ролдәре менән дә башҡорт драматургияһын һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән.

Уның киң билдәле ролдәре: Макбет (У.Шекспирҙың шул уҡ исемле трагедияһы), Прометей (М.Кәрим, “Ташлама утты, Прометей!”), Никита («Власть тьмы», Л. Н. Толстой), Протасов («Живой труп», Л. Н. Толстой), Треплев («Чайка», А. П. Чехов), Иванов («Иванов», А. П. Чехов), Закир («Ҡара йөҙҙәр», М.Ғафури), Аҡъегет («Ай тотолған төндә», М. Карим) һ.б.

Илшат Хәлил улы 1968 йылда сәнғәт донъяһына “Нәркәс” трагедияһын тәҡдим итә. Халыҡ премьераны оҡшата һәм ул тиҙ арала билдәлелек яулай: төрлө фестивалдәрҙә, смотрҙарҙа приздар, маҡтаулы исемдәр ала. Хәҙер ул инде 40 йылдан ашыу сәхнәләрҙән төшмәй, урыҫ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. “СССР халыҡтары драматургияһы” фестивалендә I дәрәжә дипломға лайыҡ була. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуарында ул яңынан тергеҙелде.

“Семәрле тәхет” трагедияһы, “Юғалтыуҙар аша”, “Торналар ҡайта”, “Буш сәңгелдәк” драмалары ла тәрбиәүи көсө менән иғтибарға лайыҡ. Геройҙарының телмәре халыҡ мәҡәлдәренә, тапҡыр һүҙҙәргә, әйтемдәргә ифрат бай.

Илшат Йомағолов – артистар өсөн яратҡан педагог булып та иҫтә ҡалған, ул йәш быуын менән дә эшләргә яратты: Өфө сәнғәт институтының театр факультетында уҡытты. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһын да етәкләй һәм, әлбиттә, Илшат Хәлил улы Йомағоловтың Стәрлетамаҡ дәүләт драма театрын ойоштороуҙа ла роле баһалап бөткөһөҙ.

Илшат Хәлил улы – тел ҡәҙерен белгән арҙаҡлы ижадсы, ул уҡыған шиғырҙар һәм сәсмә әҫәрҙәр радионың алтын фондында һаҡлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb