Башҡорт дәүләт филармонияһы байрам концертына саҡыра

Башҡорт дәүләт филармонияһы байрам концертына саҡыра

Башҡорт дәүләт филармонияһында 13 ғинуарҙа тамашасылар һорауы буйынса байрам концерты ойошторола. 

Үткәндәр китеп кенә юғалмай, улар беҙҙең ғүмерҙең бер өлөшө, иҫтәлекле-хәтирәле йылдары булып тарихта ҡала. Һәм беҙ уларҙы әленән-әле күңелдәрҙә яңыртып, яҡтыртып торорға яратабыҙ. Йырҙар менән дә тап шулай! Беҙҙең яратҡан йырҙарыбыҙ иҫкермәй, улар яңы быуындарҙа, яңы тауыштарҙа яңыса һулыш алып йәшәүен дауам итә. Һәм бары тик иң мөһим, иң ҡәҙерле нәмәләр хаҡында һөйләй был йырҙар. Ә беҙҙең өсөн иң мөһим нәмәләр нимә? Әлбиттә, һөйөү, дуҫлыҡ, йәшлек, туғанлыҡ, матурлыҡ, хистәр, миҙгелдәр һәм әлбиттә яҡты киләсәк!

Иҫке Яңы йылды ҡаршылағанда үткәндәрҙе һағынып, хис-тойғонан ҡабынып иң шәп йырҙарҙы йырлаясаҡбыҙ! Килегеҙ, күрегеҙ, бергәләп ултырайыҡ! Һәм Яңы йылдар беҙгә тик аҡ бәхеттәре һәм яҡты таңдары менән генә килер. Концертта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының бөтә ижади төркөмө ҡатнаша.

Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb