Башҡорт дәүләт филармонияһында Алиса Жумагалиева, Әлфиә Ниғмәтуллина, Илдар Абдуллиндың беренсе концерты үтәсәк

Башҡорт дәүләт филармонияһында Алиса Жумагалиева, Әлфиә Ниғмәтуллина, Илдар Абдуллиндың беренсе концерты үтәсәк

1 март Башҡорт дәүләт филармонияһында халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары Алиса Жумагалиева, Әлфиә Ниғмәтуллина, Илдар Абдуллиндың беренсе концерты үтәсәк.

«Шаңдау» исемле был концерт тап ғашиҡтар көнөнә тура килә. Һәм был осраҡлы түгел! Сөнки ул - мөхәббәтле, илһамлы, ҡайнар йөрәкле йәштәр тамашаһы! Ни өсөн концерт тип атала?

Филармония йәштәре – халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаттары Алиса Жумағәлиева, Әлфиә Ниғмәтуллина һәм Илдар Абдуллин эстрадабыҙға тап шаңдау булып килеп инделәр. Улар ҡыйыуҙар, алдынғы ҡарашлылар, һәләтлеләр. Заман менән бергә атлаған, ваҡыт аҡбуҙатын йүгәнләй алған бөгөнгө көн хужалары. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең йәш тауыштар тамашасыларыбыҙға яңы образдар, яңы вокал бирелеше, яңы сәхнә алымдары менән өр-яңы «Шаңдау» алып килә.

Концертта йәштәр башҡарыуында Ринат Рәхимов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Рәил Өмөтбаев, Айҙар Хәмзин, Татурас, Артур Туҡтағолов яҙған эстрада йырҙары, шулай башҡорт халыҡ йырҙары, рус һәм башҡорт композиторҙарының классик әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb