Рәсәй мәҙәниәт фондының «Онлайн мәҙәниәт» халыҡ-ара проекты Санкт-Петербург халыҡ-ара мәҙәни форумы менән хеҙмәттәшлектә яңы резиденттар менән таныштырҙы. Улар иҫәбенә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ла инде.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 2020 йылдың апрелендә дөйөм изоляция режимы ваҡытында социаль селтәрҙәге аккаунттарында «Төнгә әкиәт» онлайн-проектын башлап ебәрҙе. Бөгөн проект видеояҙмаларын театрҙың YouTube-каналында һәм Бәйләнештә социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә ҡарарға мөмкин. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары балалар әкиәттәрен онлайн режимда рус һәм башҡорт телдәрендә уҡый.
«Тәүҙә артистар сығарылыштарын үҙ өйөндә яҙҙырҙы. Сикләүҙәр кәмеп, театр ҡәҙимге шарттарҙа эшенә тотонғас, проект үҙаллыға әйләнде - актерҙар әкиәттәрҙе театрҙа уҡый башланы. Проектты бойомға ашырыу өсөн профессиональ ҡорамал менән студия бүленде», - ти театрҙың директоры Альберт Имаметдинов.
Проект башланғандан алып ҡурсаҡ театры актерҙары 200-ҙән ашыу әкиәт яҙҙырған, уларҙың һәр береһе телеспектаклгә торошло. Видеороликтарҙа актерҙар театр ҡурсаҡтарын, декорацияларҙы, шулай уҡ видеопроекцияны һәм ҡом анимацияһын ҡуллана.
Проекттың кураторы – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова.
«Төнгә әкиәт» онлайн-проекты ярҙамында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының тамашасылар аудиторияһы һиҙелерлек артты. Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан да тамашасылар тематик сығарылыштарҙың һәм спектаклдәрҙең видеояҙмаларын ҡарай», - тип билдәләне проекттың кураторы.