27 һәм 28 ноябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Николай Носовтың әкиәте буйынса "Билдәле Незнайка" спектакленең премьераһы була. Уны актриса һәм ҡурсаҡ театры режиссеры Ольга Штырляева сәхнәләштерә, художество биҙәлеше өсөн Илнур Слявчин, ә музыкаль яҡтан биҙәлеш өсөн Өфө музыканты Тимур Хәбибуллин яуап бирә.
Актёрлыҡ составында рус һәм башҡорт труппаһы артистары: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Альбина Шумячер, Сергей Бүләк, Вадим Ғәбиҙуллин, Светлана Имаметдинова, Екатерина Кочурова, Эмиль Латипов, Надежда Прошина, Илүзә Мөхитова, Айнур Мәҡсүтов һәм Галина Шәйхетдинова йәлеп ителә. Был команда шулай уҡ "Кошкин дом" спектакле өҫтөндә эшләне, уның режиссеры - Ольга Штырляева.
Спектакль "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.