Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында көтөп алынған премьера үтте - Корней Чуковскийҙың «Доктор Айболит» спектакле сәхнәгә ҡуйылды.
Артистар клоунада жанрында тәүге спектаклде әҙерләп яңы театр миҙгелендә премьера тәҡдим итте. Бай йөкмәткеле, фәлсәфәүи күҙлектән кешелекле спектакль тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы.
Премьераға Айболит образы осраҡлы һайланмаған. Пандемия менән бәйле һуңғы ваҡиғаларҙы иҫәпкә алып заман геройҙары – ул табиптар тигән идея хупланған. Корней Чуковскийҙың билдәле әҫәре яңы ҡараш менән яңыса образдар аша сәхәнәләштерелде.
Премьераға театр труппаһы бер нисә ай дауамында әҙерләнгән. Иртәле-кисле репетиция, декорацияларҙы яңыртыу, спектакль эстәлеген тулыландырыу кеүек мәшәҡәттәр өҙлөкһөҙ алып барылған. Әкиәт өсөн тиҫтәләгән яңы ҡурсаҡ тегелгән.
90 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Ҡурсаҡ театрында тағы ла ике премьера көтөлә.