Башҡорт музыканты Илһам Байбулдин – «Рәсәй күңеле» премияһы лауреаты

Башҡорт музыканты Илһам Байбулдин – «Рәсәй күңеле» премияһы лауреаты

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 17 декабрендәге бойороғо менән башҡорт эпостарын башҡарыусы, халыҡ сәсәне, Ғафури районы Красноусол ауылының халыҡ театры режиссеры Илһам Байбулдин халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй күңеле» премияһы менән бүләкләнде.

2006 йылда булдырылған «Рәсәй күңеле» премияһы халыҡ музыкаһы, халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, традицион халыҡ мәҙәниәте, халыҡ оҫтаһы номинациялары буйынса халыҡ художество традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә күп йылдар емешле эшләгән, ҙур ижади ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла.

Ошо йылдар эсендә 200-ҙән ашыу фольклор, вокаль һәм хореография ансамблдәре, халыҡ хорҙары, йыр һәм бейеү ансамблдәре, оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре етәкселәре, ижади коллективтар, үҙенсәлекле башҡарыусылар, халыҡ сәсәндәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары – Рәсәйҙең халыҡ ижадын бөтә төрлөлөгөндә һаҡлаған, үҫтергән профессионалдар лауреат исемен алды.

2020 йылдан башлап йыл һайын һәр береһе 500 мең һумлыҡ биш «Рәсәй күңеле» премияһы тапшырыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb