Башҡорт телендә баҫылған “Манас” эпосы Ҡырғыҙстан милли китапханаһына бүләк ителде

Башҡорт телендә баҫылған “Манас” эпосы Ҡырғыҙстан милли китапханаһына бүләк ителде

Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостан делегацияһы 12-14 августа Ҡырғыҙстанда уҙған Рәсәй мәҙәниәте көндәрендә әүҙем ҡатнашты: Башҡортостан Республикаһының биҙәү-ҡулланма сәнғәте менән таныштырҙы, милли башҡорт мәҙәниәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Шулай уҡ Ҡырғыҙстан милли китапханаһына Башҡортостанда нәшер ителгән "Манас" эпосы тапшырылды.

"Беҙ ике республиканың - Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстандың традицион мәҙәниәтен һаҡлау һәм профессиональ сәнғәтен үҫтереү өлкәһендә әүҙем эш алып барабыҙ. Фестивалдәрҙә ҡатнашыу, оҫталыҡ дәрестәре, стажировка, туғандаш халыҡтарҙың мәҙәниәтен үҫтереү - ул мәҙәниәт учреждениелары алып барған ҙур эш. Бөгөн халыҡтарыбыҙ бик яҡын. Беҙҙе төрки тамырҙар бәйләй. Китапханалағы осрашыуҙа бөйөк Мостай Кәримдең һәм Сыңғыҙ Айытматовтың дуҫлығы хаҡында күп һөйләнек ", - тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Шуны ла өҫтәргә кәрәк: башҡорт халҡының боронғо эпосы “Урал батыр” ҙа ҡырғыҙ теленә тәржемә ителгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb