Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров композитор Рим Хәсәновты 75 йәше менән ҡотланы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров композитор Рим Хәсәновты 75 йәше менән ҡотланы

9 мартта легендар композитор, 400-ҙән ашыу йыр, баллада һәм романс авторы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины Рим Хәсәновҡа 75  йәш тула. Шул уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә юбилярҙы ҡотланы.

«Һәр кемдең яратҡан йыры булам. Минеке - «Ҡышҡы романс». Уны минең әсәйем тыңларға яратты, бигерәк тә Фидан Ғафаровтың башҡарыуында. Был йырҙың көйөн Рим Мәхмүт улы Хәсәнов яҙған. «Өфө йүкәләре», «Кисер мине, әсәй, ғәфү ит», «Юҡҡа түгелдер» - ошо һәм башҡа йырҙар мәңгелек хиттарға әүерелде, бер нисә быуын уларҙы тыңлап үҫте. Сөнки Рим Хәсәнов йөрәк музыкаһын яҙа, һәм ул көйҙәр һәр кемдең күңел ҡылын сиртә», - тигән Радий Фәрит улы үҙенең ҡотлауында.

Рим Хәсәнов — совет һәм башҡорт композиторы, автор-башҡарыусы, яҙыусы, СССР-ҙың Композиторҙар союзы һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины. Рим Хәсәновтың ижады башҡорт сәнғәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Ике балет, бик күп хор, камера-инструменталь, симфоник әҫәрҙәр, шул иҫәптән театр, радио һәм кино өсөн музыка, 400-ҙән ашыу йыр, балладалар һәм романстар, шулай уҡ шиғырҙар һәм пьесалар авторы.

Рим Мәхмүт улы бөгөн дә ижад итеүҙән туҡтамай. 2021 йылда уның пьесалары һәм шиғырҙары донъя күрҙе. «Биш пьеса» һәм «Шиғырҙар. Беренсе китап» китаптарын Рәсәй каталогында һәм илдең ҙур китапханаларында табырға мөмкин. Һуңғы ваҡытта өс аудиоальбом төҙөнө, 50 яңы йыр яҙҙы. Үҙе кларнетта уйнарға өйрәнеп, кларнетта башҡарылған башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары йыйынтығын яҙҙырҙы.

«Кларнет шул тиклем оҡшай, тағы ла Роберт Юлдашев кеүек ҡурайҙа уйнарға хыялланам», — ти композитор.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb