Башҡортостан йәнә «Рәсәй йырҙары» фестиваль-марафонын ҡаршылай. 2-11 сентябрҙә барасаҡ сара кисә Нефтекама ҡалаһында асылды. Концерттар шулай уҡ Дүртөйлө, Ағиҙел, Яңауыл, Туймазы, Октябрьский, Дәүләкән, Күмертау, Ишембай, Ҡырмыҫҡалыла үтәсәк.
Концерт программаһында Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Надежда Бабкина менән бергә илдең алдынғы ижади коллективтарының сығышы, оҫталыҡ дәрестәре, мәҙәни осрашыуҙар көтөлә. Мәҙәни майҙансыҡтарға халыҡ йырҙары жанрында эшләүсе урындағы үҙешмәкәр һәм профессиональ ансамблдәр ҙә ҡушыласаҡ.
Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә Надежда Бабкинаның да сығышы көтөлә. Ул 11 сентябргә билдәләнгән.