Фильмдың яртыһы Өфөлә төшөрөлә. Буласаҡ картинаның сценарийы 2011 йылда уҡ яҙылған. Ул оло еңеүҙәргә ирешкән кешеләрҙең ғаилә ҡиммәттәрен онотоуҙары хаҡында. Әле режиссер Салауат Вахитов тизер өҫтөндә эшләй. Уның презентацияһы финанслау алыр өсөн күрһәтеләсәк.
Ә фильмдың үҙен төшөрөүҙе режиссер быйыл көҙ башларға ниәтләй. Премьера бер йылдан һуң экранға сығыр тип көтөлә. Өфөгә трейлерҙа төшөр өсөн Италияның билдәле актерҙары килде. Фильмда улар ике телдә лә һөйләшәсәк.
Салауат Вахитов, режиссёр: “Мин бала саҡта, тәүге тапҡыр Шекспирҙың Ромео һәм Джульеттаһы менән танышҡанда илағайным. Ул ваҡытта уларҙың иҫән ҡалыуҙарын теләнем. Ниһайәт миңә рәссам һәм автор булараҡ был мөмкинлек тыуҙы. Фильмда финал бәхетле тамамлана. Ромео һәм Джульеттаны ҡотҡарыла”.
БСТ Айбулат Сисанбаев