2022 йылдың февралендә Башҡортостанда «Алтын тирмә» төбәк-ара милли театрҙар фестивале башлана. Проект һәүәҫкәр театр сәнғәтен йәйелдереү һәм үҫтереү маҡсатында тормошҡа ашырыла.
Тәүге һайлап алыу туры республиканың муниципаль берәмектәрендә 2022 йылдың мартына тиклем ойошторола. Унда Башҡортостан Республикаһы коллективтары милли, ватан һәм сит ил драматургияһының иң яҡшы өлгөләре буйынса спектаклдәр менән ҡатнаша ала. Спектаклдәрҙең тематикаһы һәм жанры сикләнмәгән.
Февралдә фестиваль Миәкә, Федоровка, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле, Учалы, Ғафури, Балтас, Борай, Ғафури, Ағиҙел, Тәтешле, Мишкә, Асҡын, Бүздәк, Краснокама, Бүздәк райондарында, Туймазы, Яңауыл, Октябрьский, Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларында үтәсәк.
Сығыштарҙы ҡарау онлайн уҙғарыла, спектаклдәрҙе Мәҙәниәт.РФ порталында ла ҡарарға мөмкин.
Финал туры 25-29 апрелдә Белорет районында үтә.
Ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Белорет районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре берлеге.