Башҡортостанда "Ата-бабалар ауазы" проекты тормошҡа ашырыла башланы

Башҡортостанда "Ата-бабалар ауазы" проекты тормошҡа ашырыла башланы

"Ата-бабалар ауазы" проекты сиктәрендә тәүге республика сараһы Яңауылда үтте.

Башҡортостандың төньяҡ районында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән уран һәм гәрәй ырыуы башҡорттары йәшәй. Проект спикерҙары – Туймазы районындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил һәм "Без башҡортлар" төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте лидеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әүҙемсеһе Радик Бәхтиев урындағы халыҡҡа уларҙың тыуған төйәгенә бәйле тарихи факттар хаҡында һөйләне.

Проект кураторы – Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Нурия Иҡсанова яңауылдарға әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкилдәре булараҡ бөтөн башҡорт халҡының тормошона йоғонто яһауҙарын билдәләне.

"Ырыу съездарын тергеҙеү, башҡорт халҡының диалекттарын өйрәнеү урындағы халыҡтың үҙ тамырҙарын белергә теләүе менән бәйле. Ихтыяж булғас, яңы асыштар һәм проекттар ҙа буласаҡ ", - тип йомғаҡ яһаны Нурия Иҡсанова үҙенең сығышында.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто проекты Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанда "Ата-бабалар ауазы" проекты тормошҡа ашырыла башланы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb