Башҡортостанда Аҡмулланың шиғырҙарын һөйләү буйынса флешмоб уҙа

Башҡортостанда Аҡмулланың шиғырҙарын һөйләү буйынса флешмоб уҙа

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 15 ноябрҙән 14 декабргә тиклем халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы шиғри флешмоб иғлан итә. Сарала ҡатнашыу шарттары ябай: Аҡмулланың ниндәй ҙә булһа шиғырын яттан һөйләп видеоға төшөргә, уны социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәгә #Аҡмулла , #БашҡортТелеКөнө#Ҡоролтай#Курултай хештегтары менән урынлаштырырға кәрәк. Шуныһы мөһим: видеояҙманың оҙонлоғо ике минуттан артырға тейеш түгел! Шулай уҡ флешмобҡа тәҡдим ителгән видеояҙмала ҡатнашыусының исем-шәрифе, йәшәгән урыны (ҡала, район), әҫәрҙең исеме яҙылырға тейеш.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb