Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы Башҡорт теле көнөнә арналған "Теле барҙың - иле бар" нәфис һүҙ фестиваль-конкурсын үткәреү тураһында иғлан итә.
Конкурс 2021 йылдың 1 ноябренән 30 ноябренә тиклем онлайн форматта уҙғарыла. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостан Республикаһында һәм унан ситтә уны популярлаштырыу фестивалдең төп маҡсаты булып тора.
Сарала Рәсәйҙең төрлө типтағы белем биреү учреждениеларының 1-11 класс (мәктәп, лицей, гимназия һәм башҡалар) уҡыусылары ҡатнаша ала. Конкурста ҡатнашыу шарттары менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.