Шишмә районында беренсе башҡорт парламентарийына һәйкәл асылды. Тантана мең ырыуы башлығы, дәүләт эшмәкәре Ҡәнзәфәр бейгә бағышланған сараларҙың дауамы булды.
Сараны «Мең ырыуы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Шишмә районы хакимиәте ойошторҙо. Унда күренекле ғалим-тарихсылар, уҡытыусылар, китапхана хеҙмәткәрҙәре, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Иглин, Әлшәй, Миәкә, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә райондары вәкилдәре һәм Ҡәнзәфәр бей тоҡомдары ҡатнашты.
Һәйкәлде асыуға эштең авторы – скульптор, хоҡуҡ белгесе, юридик фәндәр докторы Рафаил Зинуров та килде. Уның һүҙҙәренсә, башҡорт халҡының Ҡәнзәфәр бей кеүек данлы улдарының исеме мотлаҡ мәңгеләштерелергә тейеш. Рафаил Зинуровтың арҙаҡлы эшмәкәрҙәргә арналған эштәре республиканың 7 районында урынлашҡан. Был скульптура – Шишмә районына һәм унда йәшәүселәргә бүләк. Скульптор уны Фазлетдин Ислаховтың картинаһы буйынса эшләгән.
«Башҡорттар сәйәси хәл ҡатмарлы булған осорҙа үҙ ирке менән Рәсәй составына инеү тураһында берҙән-бер дөрөҫ ҡарар ҡабул итә. Килешеүгә ҡул ҡуйғанда башҡорт ырыуҙарының теләктәре иҫәпкә алына. Ырыуҙар исеменән уларҙың башлыҡтары, хөрмәтле ир-уҙамандар сығыш яһай. Уларҙы башҡорт халҡының юлбашсылары тип иҫәпләйбеҙ. Меңдәр Ҡәнзәфәр бей етәкселегендә дүрт илсе ебәргән. Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалыуы — шул осорҙоң ҙур ҡаҙанышы», — ти Рафаил Зинуров.
Ул бюстың макетын Шишмә тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырҙы. Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров һүҙҙәренсә, яҡын киләсәктә музейҙа Ҡәнзәфәр бейҙең тормошона һәм эшмәкәрлегенә бағышланған мөйөш булдырыу, музейҙа ла ошондай саралар уҙғарыу күҙаллана. Ришат Мансуров сараны ойоштороуҙа ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерҙе.