Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Буранбай Исҡужин исемендәге юмор, сатира һәм лаҡаптар конкурсын уҙғара. Бәйге Буранбай Исҡужиндың тыуыуына 70 йәш тулыуы һәм 2022 йылдың илдә Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителеүе уңайынан ойошторола.
«Конкурстың маҡсаты – шағир Буранбай Исҡужиндың исемен мәңгеләштереү, юмор һәм сатира, лаҡаптар традицияларын үҫтереү, ошо жанрҙа ижад итеүселәрҙе әҙәбиәткә ылыҡтырыу» , - ти ойоштороусылар.
«Буранбай Исҡужин, йәмғиәтебеҙҙең кире яҡтарын күреп, ҡыйыу һәм әсе итеп тәнҡитләүҙән ҡурҡманы. Шулай уҡ ауырлыҡтарға еңелсә юмор менән ҡарау, үҙенә ҡарата ла ҡаты талапсанлыҡ, хатта тәнҡиди күҙлектән, ҡайһы саҡта көлөп бағыу уға яуап һүҙе әйтергә теләүселәрҙе лә ҡоралһыҙландыра ине. Йылы шаяртыу, тос пародиялар, сәпкә тейерлек лаҡаптар оҫтаһы ла булды ул. Бындай таһыллыҡ әҙәбиәтебеҙҙә бик һирәк күренеш», – ти жюри рәйесе Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай.
Буранбай Исҡужин исемендәге юмор, сатира һәм лаҡаптар конкурсының шарттары түбәндәгесә:
1. Конкурста юмор, сатира һәм лаҡап жанрында яҙышыу һәләте булған 18 йәштән өлкән бәйгеселәр ҡатнаша ала.
2. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың эштәре “Поэзия”, “Проза” номинацияларында баһаланасаҡ.
3. Ҡатнашыусылар тормоштоң төрлө күренештәренә ҡарата арнап үҙҙәре ижад иткән әҫәрҙәрен (Документ Microsoft Word.docx форматында) Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. адресына ебәрергә тейеш.
4. Прозаның мөмкин тиклем ҡыҫҡа, ә шиғырҙар 12 юлға тиклем генә булыуы мотлаҡ!
5. Ҡатнашыусыларҙың эштәре 2022 йылдың 15 ғинуарынан 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
6. Ижади эштәрҙе яҡташ яҙыусы Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай етәкселегендәге жюри баһалаясаҡ.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34751) 3-16-74.
Конкурстың положениеһына һылтанма: https://vk.com/doc262152473_627140090?hash=2ef229b7bfae74c71f&dl=48d0e748d87f4224d3