Башҡортостанда халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 103 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

Башҡортостанда халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 103 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

Ошо көндәрҙә Өфөлә һәм республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө уңайынан мәҙәни һәм әҙәби саралар уҙғарыла.

20 октябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры һәйкәле янында тантаналы митинг була, унда Мостай Кәримдең шиғырҙары яңғырай һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡатнашлығында әҙәби-музыкаль композиция күрһәтелә. Артабан башҡорт әҙәбиәте классигы һәйкәленә сәскәләр һалыу һәм Башҡорт дәүләт университетының иң яҡшы студенттарына Мостай Кәрим исемендәге гранттар тапшырыу тантанаһы була. 
 
Көндөҙгө сәғәт 12-лә Өфө тарихы музейында Галина Ишмөхәмәтованың «Мостай янында» китабының исем туйы уҙа. 
 
Киске 7-лә Өфө «Нур» татар дәүләт театры сәхнәһендә тантаналы кисә планлаштырылған, уның сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының «Яҡын офоҡ» спектакле күрһәтеләсәк.
 
Сәғәттә 11-ҙә Башҡортостандың халыҡ шағирының «Әтәс тирмәне» пьесаһы буйынса "Тылсымлы тирмән" әкиәте БР М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында күрһәтеләсәк. Шулай уҡ артистар шағирҙың шиғырҙары һәм йырҙары менән видеороликтар әҙерләгән. Уларҙы социаль селтәрҙә лә күрергә мөмкин. 
 
М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры "Ҡыҙ урлау" комедияһын ҡарарға саҡыра. Сара киске 7-лә башлана. 
 
Мостафа Сафа улының тыуған көнөндә Башҡортостандың Рус дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ғәҙәттәгесә "Ярлыҡау" повесы буйынса лирик драма күрһәтеләсәк. 
 
М. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы «Изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы» тип аталған китап күргәҙмәһе әҙерләгән, унда махсус форматтағы китаптар тәҡдим ителгән. 
 
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль лекторийы октябрь дауамында Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә һәм урта махсус белем биреү йорттарында «Мостайҙың сағыу ҡояшы» программаһы менән сығыш яһай.
 
Салауат дәүләт башҡорт театры үҙенең Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмөндә М.Кәримдең повесы буйынса "Беҙҙең өйҙөң йәме" спектаклен онлайн ҡарарға саҡыра. Театр ҡарамағындағы "Арлекин" өлгөлө балалар театр студияһы ла "Өс таған" спектаклен онлайн күрһәтәсәк. 
 
"Ҡурай" телеканалы 20 октябрҙе Мостай Кәрим көнө тип иғлан итте. Программала: шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, "Беҙҙең өйҙөң йәме", "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Мостай Кәрим" фильмдары, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағирының драматургияһына, шиғриәтенә һәм прозаһына арналған тапшырыуҙар. 
 
22 октябрҙә Стәрлетамаҡтың Рус драма театры "Айгөл иле" спектаклен уйнай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb