18 ноябрҙә Благовар районында Рим Хәсәновтың йырҙарын башҡарыусыларҙың «Сәскәләр уяныр» III асыҡ район фестиваль-конкурсы уҙа. Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡортостанда легендар композитор Рим Хәсәновтың 75 йәшлек юбилейы билдәләнә.
Ноябрҙә шулай уҡ йәнә бер нисә күләмле сара үтәсәк:
30 ноябрь – «Башҡортостан» дәүләт концерт залында композиторҙың юбилей кисәһе;
30 ноябрь – «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле башҡарыуында «Өфө» вокал-хореографик композицияһы.
Декабрҙә Өфөлә Рим Хәсәнов призына «Ҡышҡы романс» актер йыры конкурсы һәм Стәрлетамаҡта «Йөрәк моңдары» ижад кисәһе үтәсәк.
2023 йылға ла юбилей саралары ҡаралған, шулар иҫәбендә Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры менән концерт һәм Рим Хәсәновтың «Көҙ 41» («Осень 41») пьесаһының сәхнәлә ҡуйылыуы көтөлә.