Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы «Ете аҙым» марафоны тигән үҙенсәлекле сара иғлан итте. Уның шарттары буйынса, Мифтахетдин Аҡмулланың иң билдәле ижади ҡомартҡыларының береһе — "Нәсихәттәр"енә таянып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм республиканың район хакимиәте башлыҡтары, әҫәрҙә билдәләнгән ҡиммәттәрҙең асылын күңеленә ятҡан ижади ысул менән (шиғыр, фекер, цитата, йыр һәм башҡалар) сағылдырырға, видеояҙмаға #башҡорттелекөнө2021марафон хештегын ҡуйырға тейеш. Иман, Күңел, Аҡыл, Шөкөр, Әҙәп, Сабыр, Ихлас — йәшәйешебеҙҙең төп ҡиммәттәрен билдәләгән ғәмәлдәр. Флешмобта ҡатнашыусылар бөгөн иман тураһында һөйләй.
Сараға тәүгеләрҙән булып Өфө ҡалаһы мэры Сергей Греков ҡушылды. Сергей Николаевичтың һәм башҡа ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтарының видеояҙмаларын ошо һылтана буйынса ҡарарға мөмкин.