Башҡортостанда милли кейемгә арналған балалар уйынын сығарҙылар

Башҡортостанда милли кейемгә арналған балалар уйынын сығарҙылар

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары милли кейеме көнөнә ҡарата  БР Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡыҙыҡлы проект – «Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме миниатюрала» балалар уйынын әҙерләне.

Уйын Башҡортостан Республикаһындә йәшәгән ете халыҡ – башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, мордва һәм удмурттарҙың милли кейемдәре төшөрөлгән ҡағыҙ ҡурсаҡтар йыйылмаһынан тора. Уйындың төп геройҙары - малай һәм ҡыҙ. Ҡурсаҡтарҙың матур кейемдәре генә түгел, исемдәре лә бар. Мәҫәлән, башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡтың исеме - Батыр һәм Алтынай, удмурт костюмы - Донай һәм Юбера.

«Уйын кескәйҙәрҙе Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли мәҙәниәте менән таныштырыуға йүнәлтелгән. Башҡа халыҡтарҙы өйрәнгәндә баланың үҙенә ошо өлгөләр буйынса костюмдар төшөрөргә тәҡдим итергә мөмкин», - тип билдәләне Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто методистары Шәүрә Йомағужина һәм Ида Айсыуакова.

Уйын өсөн һүрәттәрҙе ошо һылтанма буйынса күсереп алырға мөмөкин: https://addnrb.ru/novosti/v-dome-druzhby-narodov-rb-sozdali-bumazhnyh-kukol-v-nacionalnyh-kostjumah/ .

Башҡортостанда милли кейемгә арналған балалар уйынын сығарҙылар

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb